ПРОЕКТ

Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы

Халыҡ көсөн — халыҡ өсөн
Фекерегеҙ менән уртаҡлашығыҙ
Әлеге ваҡытта халыҡ өсөн ниндәй мәсьәләләр һәм күренештәрҙе иң мөһиме тип һанайһығыҙ? Халыҡтың киләсәген ниндәй итеп күрәһегеҙ? Уға өлгәшер өсөн нимә эшләргә кәрәк?
«Ебәререргә» төймәһенә баҫып, һеҙ беҙҙең Шәхси мәғлүмәттәрҙе эшкәртеү сәйәсәте менән ризалашаһығыҙ. Һеҙҙең тәҡдим баҫылып#nbsp сығасаҡ; һәр кемгә асыҡ буласаҡ.
Иң яҡшы концепцияға конкурс
Авторҙарға был концепцияға һалынасаҡ төп элементтарҙы, төп маҡсаттарҙы, шулай уҡ уны тормошҡа ашырыу механизмын билдәләргә кәрәк. Ҡатнашыу өсөн материалдар электрон таныштырыу рәүешендә тәҡдим ителергә һәм бөтә төп фекерҙәрҙе сағылдырырға тейеш. Конкурста республикала йәшәүселәр ҙә, Башҡортостандан ситтә йәшәгән ватандаштар ҙа ҡатнаша ала. Конкурсҡа ғаризалар 29 мартҡа тиклем ҡабул ителә. Бөтә ҡатнашыусыларҙың эштәре эксперт советы тарафынан баһаланасаҡ, баҫтырыласаҡ, ә иң яҡшы концепция стратегияға нигеҙ итеп алынасаҡ. Йомғаҡлау проектын айырыуса ҡыҙыҡлы тәҡдимдәр индергән авторҙар командаһы эшләйәсәк. Иң әүҙем эшләнмәселәр делегат сифатында V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына саҡырыласаҡ.

Конкурстың бөтә шарттары менән танышырға
Концепция тәҡдим итергә
СТРАТЕГИЯ ТУРАҺЫНДА
Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы —
20−30 йылдан беҙҙең уртаҡ киләсәктең кәүҙәләнешен, шулай уҡ бөгөнгөбөҙҙән уға алып бара торған юлдарҙы тәҡдим иткән документ.
Стратегия беҙгә нимә бирәсәк?
Барыһы өсөн дә бер маҡсат
Стратегия айырым кешеләр ҙә, йәмәғәт ойошмалары һәм дәүләт тә ынтылырға тейешле маҡсаттарҙы билдәләй
Һәр кем ҡулланырлыҡ алымдар
Стратегия маҡсаттарға өлгәшеүҙә һәр кем ҡуллана алырлыҡ юлдарҙы һәм  ысулдарҙы тәҡдим итә. Ябай принциптарға таянып, кеше йәки ғаилә бөтә халҡына ярҙам итә.
Закондар ҡабул итеү
Стратегия башҡорт халҡының мәнфәғәттәрен яҡлауға  йүнәлтелгән яңы закондар ҡабул итеү өсөн нигеҙ була аласаҡ. Ғөмүмән, бөтә төр норматив акттар уны иҫәпкә алып ҡабул ителә аласаҡ.
Стратегия нисек эшләнәсәк?
1
Тәҡдимдәр һәм идеялар туплау
Был проекттың үҙенсәлеге шунда: уны эшләүселәр йә эксперттар ғына түгел, ә һәр кем фекерҙәр тәҡдим итә ала. Бөтә фекерҙәр һәр кемгә в асыҡ буласаҡ.
Фекер тәҡдим итергә
2
Эксперттар ҡорон төҙөү
Эксперттар Стратегияның бөтә төп йүнәлештәре буйынса тикшереүҙәр үткәрәсәк һәм төҙәтеүҙәр индерәсәк.
Эксперт тәҡдим итергә
3
Концепция һәм структура һайлау
Эксперттар Стратегияның концепцияһы һәм структураһы буйынса үҙ варианттарын тәҡдим итә ала. Иң яҡшы вариант конкурс барышында һайлап алынсаҡ.
Концепция тәҡдим итергә
4
Проектты эшләп сығарыусылар командаһын төҙөү
Команда түбәндәгеләрҙән торасаҡ: еңгән структураның авторы, координатор, эксперттар; улар документты эшләүҙә әүҙем ҡатнаша аласаҡ. Команда Башҡорт проекттары штабында һәм онлайн-форматта эшләйәсәк.
5
Проекттың ҡаралама вариантын эшләп сығарыу
Идеяларҙы һәм фекерҙәрҙе һайланған структураға индереү һәм Стратегия проектының ҡараламаһын төҙөү.
6
Рецензиялау һәм әҙер проектты булдырыу
Эксперттарға проектты тикшерергә һәм төҙәтеүҙәр индерергә тәҡдим ителәсәк. Башҡалар ҙа эшләүселәргә фекерен белдерә һәм үҙгәрештәр тәҡдим итә аласаҡ. Бөтә эш онлайн-режимда документтарҙы күмәкләп эшләү ҡоралы ярҙамында барасаҡ.
7
Стратегия проектын раҫлау
Проектты эшләү генә етмәй. Әҙер документ нәшер ителәсәк һәм киң фекер алышыуға сығарыласаҡ, шунан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы раҫлауына тәҡдим ителәсәк.
Эксперттар
Стратегияға инергә тейешле бөтә
төп йүнәлештәр буйынса
Ғәйнуллин Данир Әхмәҙи улы
«Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» йәмәғәт ойошмалары халыҡ-ара берлегенең Башҡарма комитеты рәйесе, БР Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағындағы Күсемһеҙ мәҙәни мираҫты һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры

Вәлиәхмәтов Рим Марс улы
Рәсәй Фәндәр академияһы Социология институтының Башҡортостан филиалы директоры, социология фәндәре кандидаты

Ҡалмантаев Нурислам Мирхәйҙәр улы
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Башҡорт халҡының тарихы комиссияһы рәйесе, БашДУ доценты, тарихсы

Күзбәкова Рәйсә Абдрахман ҡыҙы
«Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлеге Башҡарма комитеты аппаратының баш белгесе, «Аҡ тирмә» милли-мәҙәни үҙәге рәйесе

Сәмситова Луиза Хәмзә ҡыҙы
М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның Башҡорт филологияһы факультеты деканы, филология фәндәре докторы, профессор
Хәмиҙуллин Салауат Ишмөхәмәт улы
Журналист, продюсер, «Башҡортостан» ТРК ДУП-тың телепроекттар авторы һәм алып барыусыһы, тарих фәндәре кандидаты
Янбаева Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы
«Киске Өфө» гәзитенең баш мөхәррире

Ярмуллин Азат Шакирйән улы
БР Милли архивының бүлек начальнигы
Бирҙин Азат Таһир улы
БР Стратегик тикшеренеүҙәр институты Социологик һәм мәҙәни анализ үҙәгенең төп ғилми хеҙмәткәре, философия фәндәре кандидаты
Кинйәбулатов Илдар Флүр улы
«Башҡорт проекттары» берләшмәһенең баш координаторы, «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлеге Башҡарма комитетының проекттар менеджеры
Фәйзуллин Фәнил Сәйет улы
Рәсәй Фәндәр академияһы Социология институтының баш ғилми хеҙмәткәре, философия фәндәре докторы, профессор
Хәмитов Рәсих Әғзәм улы
«Башнедра» тау-геология мираҫын, мәғариф һәм бизнесты үҫтереү фонды президенты

Йосопов Юлдаш Мөхәмәт улы
БР Стратегик тикшеренеүҙәр институтының Социологик һәм мәҙәни анализ үҙәге етәксеһе, тарих фәндәре кандидаты

Проект яңылыҡтары

Стратегия авторы булығыҙ

Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы белгестәр менән чиновниктарға ғына түгел, һәр кешегә аңлайышлы һәм ябай булырға тейеш. Бының өсөн уны ябай халыҡ үҙе яҙырға тейеш. Шул осраҡта ғына Стратегия ысын мәғәнәһендә ҡулланырлыҡ һәм көслө документ буласаҡ. Зинһар, уны әҙерләүҙә ҡатнашығыҙ һәм идеяларығыҙҙы тәҡдим итегеҙ!


Йыш яңғыраған һорауҙарға яуаптар
Һорау:
Бындай Стратегияларҙың миҫалын ҡайҙа ҡарарға була?
Яуап:
Ысынында, халыҡтың үҫеш стратегиялары — ярайһы уҡ яңы күренеш. Яҡын өлгөләрҙең береһе итеп Татар халҡының үҫеш стратегияһы проектын атарға мөмкин. Валлий телен тергеҙеү буйынса «Cymraeg 2050» стратегияһын йәки ирланд теле стратегияһын тема буйынса бик оҡшаш тип һанарға була. Күп илдәрҙең һәм төбәктәрҙең оҙайлы социаль-иҡтисади стратегиялары, шул иҫәптән Башҡортостан 2030 стратегияһы. бар. Беҙҙең осраҡта шулай уҡ
РФ дәүләт милли сәйәсәте стратегияһын мотлаҡ иҫәпкә алырға кәрәк.

© 2019. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресс)
йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлеге
450077 Башҡортостан Республикаһы,
Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 43
Телефон: +7 (347) 250-49-31
Эл. адрес: kurultay-ufa@mail.ru

Стратегияны әҙерләү эштәре тураһында белеп барығыҙ
Беҙ һеҙҙең электрон адресҡа хаттар ебәрәсәкбеҙ
Эксперт тәҡдим итеү
Мөмкин тиклем күберәк мәғлүмәт бирергә тырышығыҙ
«Ебәререргә» төймәһенә баҫып, һеҙ беҙҙең Шәхси мәғлүмәттәрҙе эшкәртеү сәйәсәте менән ризалашаһығыҙ.
Иң яҡшы концепцияға конкурста ҡатнашыу өсөн ғариза
Форманың ерлектәрен мөмкин тиклем ентекле тултырыуығыҙ һорала.
Проектлы файл
"Ебәрергә" тигән төймәгә баҫып, беҙҙең Персональ бирелмәләрҙе эшкәртеү сәйәсәте һәм Конкурсты үткәреү тураһында положение менән риза икәнлегегеҙҙе белдерәһегеҙ.