Халыҡ-ара йәштәр форумы
V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Йәштәр ҡоро
28 апрелдә «Торатау» Конгресс-холында
Көн
Сәғәт
Минут
Секунд
Иғтибар!
Өфөлә үтәсәк Йәштәр советына килеп урында ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул итеү тамамланды! Саҡырлғандарҙы 28 апрель сәғәт иртәнге 9-ҙа Торатау Конгресс-холлында көтөп ҡалабыҙ. Үҙегеҙ менән паспорт һәм ноутбук/планшет алырға онотмағыҙ.
Йәштәр ҡоро ТуРаһЫНДА
Элгәрге бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайҙары башҡорт йәштәренең айырым йыйындарын үткәреүҙе йолаға әйләндергән.

Йәштәрҙе башҡорт халҡының киләсәген төҙөүгә әүҙем ылыҡтырыу кәрәклеген иҫәпкә алып, БДБҠ йыйыны алдынан да халыҡ-ара форум үткәреләсәк, унда башҡорт йәштәре фекер алышып, аныҡ проекттар тәҡдим итә аласаҡ.
Форумда Башҡортостан Республикаһынан һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән 220 вәкил ҡатнашыуы көтөлә. Телекүпер аша Мәскәү һәм Силәбе ҡалаларында айырым майҙансыҡтар эшләйәсәк. Конференц-бәйләнеш системаһы аша Ҡаҙағстан, Германия, Швейцария, Бөйөк Британия, Франция һәм Италия вәкилдәре менән эш алып барыласаҡ.

Йәштәр Советында делегаттар «Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы» проектын, шулай уҡ башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү стратегияһы, глобаль мәҙәни экспансия стратегияһы, Башҡортостан Республикаһынан ситтә йәшәүсе башҡорттарға ярҙам итеү программаһы, милли мәғариф системаһын үҫтереү кеүек башҡа проекттарҙы эшләү менән шөғөлләнәсәк.
Ҡатнашыусылар 8 проектлау майҙансығына бүленәсәк һәм көнө буйы бергәләп ҡуйылған мәсьәләләрҙе тикшерәсәк, идеялар тәҡдим итәсәк һәм үҙ проекттарының тәүге версияһын тамамлаясаҡ. Форум аҙағында һәр команда проектын Йәштәр ҡоро делегаттарына күрһәтәсәк. 3 июнгә тиклем проекттар өҫтөндә эш барасаҡ.

Иң әүҙем 10 ҡатнашыусы 28 июндә үтәсәк V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының делегаты итеп һайланасаҡ һәм үҙҙәренең проекттарын күрһәтәсәк.

Сарала 18-ҙән 35 йәшкә тиклемге кешеләр ҡатнаша ала. Үҙең менән ноутбук алып килеү шарт.
Программа
Йәкшәмбе, 28 апрель
09:00-10:00
Конференцияла ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы теркәү, иртәнге кофе-брейк, нетворкинг
10:00-10:30
Ойоштороусыларҙың сығыштары һәм ҡунаҡтарҙың сәләмләүе
10:30-11:30
Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы концепцияһы һәм башҡорт йәштәре эшләгән башҡа проекттар менән таныштырыу
11:30-13:00
Проекттар менән ғәмәли эш. 1-се этап. «Проблеманы аңлау»
13:00-14:00
Төшкө аш
14:00-16:00
Проекттар менән ғәмәли эш. 2-се этап. «Генерация»
16:00-16:30
Кофе-брейк, нетворкинг
16:30-18:00
Проекттар менән ғәмәли эш. 3-сө этап «Таныштырыуҙы әҙерләү»
18:00-19:00
Проекттар менән таныштырыу (питчинг)
19:00-19:30
Йомғаҡ яһау, иң әүҙем ҡатнашыусыларҙы иғлан итеү һәм резолюция ҡабул итеү
19:30
Тамамлау
20:30-22:00
«Радость есть» кафеһында Afterparty, нетворкинг

3 июнгә тиклем
Проекттар өҫтөндә эш барасаҡ
Үткәреү урыны
"Торатау" Конгресс-холында
Башҡортостан Республикаһы, Өфө калаһы, Зәки Валиди урамы, 2



Нисек ҡатнашыусы булырға?

Һайлап алыу конкурсы үтергә кәрәк.
Ғариза тултырығыҙ һәм эссе яҙығыҙ. Эссеның темаһы: "Башҡорт халҡының киләсәген һеҙ 30 йылдан нисек итеп күҙ алдына килтерәһегеҙ?
Ғариза тултырығыҙ
Ҡатмарлы инша йә тикшеренеү яҙыу талап ителмәй. Стилистика мөһим түгел, үҙегеҙҙең һәм халҡығыҙҙың киләсәген ниндәй итеп күреүегеҙ мөһим. Аңлашылмаһа, аҫта йыш бирелгән һорауҙарға яуаптарҙы ҡарағыҙ.
Нажимая на кнопку «Отправить», вы соглашаетесь с нашей Политикой обработки персональных данных. и Положением о конкурсе.
Йыш бирелгән һорауҙар
  • Һорау:
    Нимә ул эссе? Эссены ниндәй форматта яҙырға?
    Яуап:
    Һеҙҙең һәм эргәгеҙҙәге кешеләрҙең киләсәген нисек күҙаллауығыҙҙы күрһәткән ирекле формалағы текст, уй-фекерҙәрегеҙҙе сағылдырған ижади эш. Ауырһынһағыҙ, үҙегеҙгә-үҙегеҙ: «2050 йылда мин ниндәй булырмын? Мине уратып алған кешеләр нисек йәшәр?» тигән һорауҙы бирегеҙ. Стилистика мөһим түгел, фекерҙәрегеҙҙең асылы ғына мөһим. Өтөр-фәлән төшөп ҡалһа, бер кем дә әрләмәҫ.
  • Һорау:
    Эссе ниндәй телдә яҙылһын?
    Яуап:
    Башҡортса йә русса.
  • Һорау:
    Эссеһыҙ ғына ғариза ебәрергә яраймы?
    Яуап:
    Ярай, әммә Йәштәр советына эләгеү мөмкинлегегеҙ ныҡ түбәнәйәсәк. Насар ғына булһа ла эсселы ғариза эссеһыҙ ғаризаларҙан өҫтөн ҡараласаҡ.
  • Һорау:
    Эссены нимә тураһында яҙырға? Ниндәй темаларға/өлкәләргә ҡағылырға?
    Яуап:
    Бер ниндәй сикләү юҡ. Ниндәйҙер бер аныҡ темаға яҙырға ла мөмкин, дөйөм фекер йөрөтөргә лә ярай. Күңелегеҙгә ятҡан, үҙегеҙгә аңлайышлы булған берәй тема һайлағыҙ: тел, мәҙәниәт, социаль хәл, иҡтисад, технологиялар, дин тураһында йә үҙегеҙ хаҡында. Беҙ футурист түгел, ғилмилеккә лә иҫәп тотмайбыҙ, әммә һәр кешенең киләсәккә шәхсән ҡараштары, киләсәкте үҙенсә аңлауы бар.
Контакты
По всем вопросам, в том числе регистрация участников, партнерство, СМИ
По любым вопросам вы можете обращаться на email :
molsovet@bashkort.org

Шириязданов Азамат

© 2019. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресс)
йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлеге
450077 Башҡортостан Республикаһы,
Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 43
Телефон: +7 (347) 250-49-31
Эл. адрес: kurultay-ufa@mail.ru

Стратегияны әҙерләү эштәре тураһында белеп барығыҙ
Беҙ һеҙҙең электрон адресҡа хаттар ебәрәсәкбеҙ